“Салауат Юлаев” хоккей клубы һәм һаҡсы араһында өс йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылды. 30 йәшлек хоккейсы быға тиклем Екатеринбургта “Автомобилист” командаһы өсөн уйнаны. Алексей Василевский Өфөлә тыуып үҫкән, йәшерәк сағында “Толпар” һәм “Салауат Юлаев” командалары өсөн сығыш яһаны.




