Экспозицияла республикала тыуып үҫкән һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан маршал, генерал һәм адмиралдарҙың шәхси әйберҙәре урын алған. Улар араһында генерал-полковник Яҡуп Чанышев, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов, Таһир Кусимов, авиация маршалы Иван Пстыго, контрадмирал Михаил Бакаев кеүек билдәле шәхестәр бар. Милли музейҙың бүлек мөдире Рәзилә Салауатова һөйләй.







