Бөгөн Өфөлә «Яҡташлыҡ көсө» республика форумы барышында «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Ярыш финалына 12 ауыл сыҡты. Еңеүселәр халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде. Бәләкәй ауылдар араһында Көйөргәҙе районының Кинйә-Абыҙ ауылы беренсе урынға лайыҡ булды. Урта ҙурлыҡтағы ауылдар араһында төп приз Йәрмәкәй районы Бекетов ауылына, ә ҙур ауылдар араһында Күгәрсен районы Бикбулат ауылына бирелде. Иң ҙур ауылдар араһында Дүртөйлө районы Мәскәү ауылы еңеп сыҡты. Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов һәм Йәрмәкәй районы Бекетов ауылы биләмәһе башлығы Зөһрә Исламова тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Айыҡ ауыл конкурсы халыҡты берләштерә, сәләмәт һәм айыҡ йәшәүгә өндәй, ти конкурс еңеүселәре. Күгәрсен районының Урал ауыл биләмәһе башлығы Илнур Сәйфуллин һәм Дүртөйлө районы Мәскәү ауылы вәкиле Динар Хөснөтдинов.
Республика конкурсының бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итте.








