Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте

Илһөйәрлек ҡоронда илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән делегаттар ҡатнашты, сара ҡунаҡтарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. «Атайсал» быйыл 5 меңгә яҡын кешене берләштергән, уның сиктәрендә 17 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы 1 миллиард һумдан артып китә. Кесе Ватаныбыҙ-йәнтөйәгебеҙ яҙмышына битараф булмағандар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.

Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән ике йыл элек башланған проект бөгөн тотош халыҡты берләштереүсе көскә әүерелгән. Исеменән үк күренеүенсә. Атайсал-ата-бабаларыбыҙ төйәге, изге урын. Уның яҙмышы һәр беребеҙҙең ҡулында.

«Атайсал» проектына барлыҡ муниципаль берәмектәр ҙә ихлас ҡушылған, ситтә төпләнгән яҡташтар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа йәлеп ителгән.

Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, кем булып эшләһә лә, ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшһә лә уның тамырҙары тыуған төйәгендә. Ул тап шул ерлектән көс-ҡеүәт, илһам ала. «Атайсал» проекты ошо изге урын,бәләкәй ватаныбыҙ менән бәйләнеште нығытыу, ситтә йәшәгән яҡташтарҙы ла уның тормошона йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Рәмил Биҡҡужин Мәскәүҙә йәшәй, әммә ул тыуған Башҡортостаны менән бәйләнеште өҙмәй.

«Атайсал» проектында сикләүҙәр юҡ. Һәр кем матди хәленә, мөмкинлегенә ҡарап ҡатнаша. Ни бары теләк кенә кәрәк. Юл һалдырырға ла, зыярат кәртәләргә лә, экологик өмә ойошторорға ла, ағас ултыртырға ла, хатта һабантуй уҙғарырға ла мөмкин. Иң мөһиме, тыуған ер менән бәйләнеш өҙөлмәүе, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, ти форум ҡунаҡтары.

Форум тиҫтәләгән түңәрәк өҫтәлде берләштерә. Һәр береһендә Атайсал яҙмышына ҡағылған мөһим проблемалар ҡарала. Яҡташтар ойошмаларының эшен йәнләндереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына ярҙам итеү, инфрастурктура объекттары төҙөү, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау. Сараға дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, эшҡыуарҙар ҙа, дин әһелдәре лә йәлеп ителгән. Уларҙың бөтәһе лә йәнтөйәктең, яҡташтарының көнитмешен яҡшыртыу, үҙ өлөшөн индереү теләге менән яна.

Форум «яҡташлыҡ көсө» тигән девиз аҫтында үтә. Ысынлап та яҡташлыҡ, илһөйрәлек рухы иҫ киткес ҡөҙрәткә эйә, бары тик был көстө дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтеү мотлаҡ.

Беҙҙең халыҡ изгелек эшлә лә һыуға һал тип йәшәргә күнеккән. Әммә бөгөн заман технологиялары, социаль селтәрҙәр йылдам үҫешкән осорҙа негатив яңылыҡтар йәшен тиҙлегендә тарала ла, улар ышыйында күркәм, изге хәбәрҙәр юғалып ҡала. Шуға күрә бөгөн файҙалы проекттарҙы ла популярлаштырыу, таратыу, танатыу мотлаҡ. Сөнки изгелектән изгелек, матурлыҡтан матурлыҡ тыуа. Атайсал проектының төп ҡиммәте шунда ла инде, йәнтөйәгебеҙ тарихын изге ғәмәлдәр менән байытыу.

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ