Башҡортостандың сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса стратегияһы илдә иң яҡшыһы тип танылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, акселераторҙа Өфө менән Благовещендан һигеҙ предприятие ҡатнашты. Сәнәғәт туризмы проекты сиктәрендә Өфө йылылыҡ электр станцияһына экскурсия ойошторолдо. Студенттар һәм мәктәп уҡыусылары, туристар ҡеүәтле предприятие биләмәһендә ҡунаҡта булып белемен камиллаштырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Йорттарға йылы һыу нисек килгәнен белергә теләгән студенттар Өфө йылылыҡ электр станцияһында экскурсияла. Йәштәр ҙур предприятиеның эшен, эстәлеген үҙ күҙҙәре менән күреп процесс менән яҡындан таныша. Башҡортостанда йылдам үҫешкән сәнәғәт туризмы проекты сиктәрендә ҡеүәтле һәм ҡыҙыҡлы предприятиеларға экскурсия ойошторола.

Минең өсөн был экскурсия бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Бында башлыса практик тәжрибә тупланыҡ. Колледжы тамамлғас бында эшкә килергә теләгем бар.

Артур Шәрипов, Благовещен күп профилле һөнәри колледжы студенты

Йылытыу өсөн эҫе пар һәм энергия етештергән предприятие Благовещен ҡалаһын һәм яҡын ауылдарҙы йылылыҡ менән тәьмин итә. Бынан тыш ҡала янындағы ҙур сәнәғәт предприятиелары ла Өфө йылылыҡ электр станцияһы ресурсы менән файҙалана.

Башҡортостанда урынлашҡан һигеҙ предприятие Стратегик башланғыстар агентлығының акселераторына һайланған. Уға ярашлы предприятиелар буйынса экскурсия программалары булдырыла, проектҡа федераль туроператорҙар йәлеп ителә һәм төбәк сәнәғәт туризмын үҫтереү өсөн шарттар булдырыла.

Беҙҙең предприятиеға килгән туристарға, балаларға экскурсиялар бик оҡшай. Былтыр ҡунаҡтарға илленән ашыу тур үткәрҙек, быйыл да меңәрләгән туристы ҡабул итергә әҙербеҙ. Тәү башлап беҙ хәүефһеҙлек инструктажы үткәрәбеҙ һәм ҡунаҡтарҙы цехтар буйлап йөрөтәбеҙ.

Евгений Садиҡов, Өфө йылылыҡ электр станцияһы инженеры

«Сәнәғәт туризмы» маҡсаты экскурсия ойоштороу менән сикләнмәй, проект төбәк индустриаль мираҫын һаҡларға, предприятиеларҙың уңыштарын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Мәктәп уҡыусыларына һәм үҫмергә һөнәр һайлау, производствоға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дә ҡулай программа булып тора.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ