112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының туғандар ҡәберлегенә иҫтәлекле стела ҡуйылды

Луганск халыҡ республикаһы Антрацит районы Ивановка ауылы зыяратында ерләнгән яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу сараларында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.

Ивановка ауылынан Анатолий Еремеев ғүмерен әсәһенең васыятын үтәүгә арнаған. Урындағы зыяратта ерләнгән башҡорт атлылары тураһында мәғлүмәтте ҡатын улына аманат итеп әйтеп ҡалдырған. 11 яугирҙың туғандар ҡәберлеген тап Анатолий Еремеев иңенә төшкән.

Анатолий Ивановичтың эҙәрмән булып китеүгә лә башҡорт атлыларының яҙмышын асыҡлау теләге этәргәнс биргән. Ҡыҙғанысҡа уларҙың исеме әлегә билдәһеҙ ҡала. Әммә яугирҙарҙың барыһы ла Шайморатовсыларҙың һуңғы яу яланында, Штеровка ауылы эргәһендәге Юльино балканан булыуын ул яҡшы белә.

Донбасс халҡының азатлыҡҡа ынтылышы булмаһа, Ивановка ауылы уртаһындағы туғандар ҡәберлеге, әлегә тиклем билдәһеҙ ҡалған, ә тарихы ысынбарлыҡ онотолған да булыр ине. 2022 йылдың көҙөндә Башҡортостан көсө менән Красный Луч-Петровское юлы төҙөкләндерелде. Зыярат тап шул юл сатында урынлашҡан. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының һуңғы төйәге тураһында мәғлүмәтте алынғас та Луганск халыҡ республикаһындағы Башҡортостан вәкилдәре уны төҙөкләндереү башланғысы менән сығыш яһай. Яуаплы эшкә ирекмәндәр ҡушыла.

112-се башҡорт атлды дивизияһы яугирҙарының ҡәберлеген яңыртыу мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө һәм яҡынлашып килгән 9 май байрамы уңайынан ойошторолдо. Уларҙың исеме билдәһеҙ булһа ла хәтере беҙҙең күңелдә ҡала. Халҡыбыҙҙа ла бит үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел тиҙәр.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ