Күсемһеҙ милек бүләк итеү килешеүҙәрен рәсмиләштереү проблемалары һәм уларҙы законлы хәл итеү юлдары

Күптәрҙе борсоған мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә тикшерелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хәҙер сит кешегә фатир бүләк итеү өсөн күп функциялы үҙәккә килеп, кәрәкле документтарға ҡул ҡуйыу етә. Бындай килешеүҙең нотариаль таныҡлығы закон буйынса талап ителмәй. Ошо мөмкинлектән файҙаланып намыҫһыҙ граждандар оло йәштәгеләрҙең башын бутай. Һөҙөмтәлә милекселәр үҙ фатирҙарына булған хоҡуҡтан мәхрүм ителә. Торлаҡты суд аша ғына ҡайтарырға мөмкин, ә был, оҙайлы процедура, бигерәк тә беренсе инстанция судтары һәр ваҡыт мәсьәләне зыян күргән яҡ файҙаһына хәл итмәй. Шуға ла мутлашыусыларға кәртә ҡуйыу маҡсатында Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү өсөн закон проекты әҙерләгән.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай федераль кимәлдә ҡабул итеү өсөн закон проекты әҙерләне. Әлеге закон проекты бүләк итеү килешеүҙәренең мәжбүри нотариаль таныҡлығы тураһында норма индереүҙе тәҡдим итә. Бындай талап бүләк биреүсе һәм бүләк алыусы бер-береһе менән яҡын туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә булыусыларға ҡағылмай.

Гөлнара Бикбулатова Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ