Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан хәбәр итәләр. Ут 19 гектар майҙанға таралған. Тәбиғәт янғындары шулай уҡ Балаҡатай, Бөрйән һәм Йылайыр райондарында һүндерелгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 24 гектар.
Учалы районында иһә әле ике ут сығанағында көрәш бара. Ҡолош ауылы эргәһендә 210 гектарҙа янғын таралыуы туҡтатылды. Ут һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө йәлеп ителгән. Кирәбе ауылында янғын 15 гектарға таралып өлгөргән. Уны һүндереүгә 28 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән.



