Башҡортостанда бизнес-шерифтар төбәк-ара форумы уҙа

Сара “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында ойошторола. Район һәм ҡала башлыҡтарының эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яуаплы урынбаҫарҙары хәҙерге шарттарҙа бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары менән таныша, халыҡ-ара эксперттар һәм белгестәр фекерен тыңлай, тәжрибә уртаҡлаша. Бизнес-шерифтар институты Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2019 йылда булдырылды. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы исемлегенә алынды. Сибайҙа “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы май аҙағында үтә.

Фото №1 - Башҡортостанда бизнес-шерифтар төбәк-ара форумы уҙа
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ