Бөгөн уны асыу сараһы үтте. Баш ҡаланың Яңы күпер урамында урынлашҡан ике ҡатлы йорт тарихи-архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. 19-сы быуатта төҙөлгән йорт 1923 йылда республиканың эске эштәр халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға бүләк ителә. Йортта 1960 йылға тиклем уның ғаиләһе йәшәй. “Музейға килеүселәрҙе ҙур яңылыҡтар көтә”, ти Башҡортостан Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов.
“Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы бөгөн тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Унда яңы ҡорамалдар урынлаштырыла”, ти Башҡортостан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова.
Йорт-музейҙа киң мәғлүмәт сараралары хеҙмәткәрҙәренә арналған мөйөш тә булдырылған. Республикала йыл һайын журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырыла. Уның күләмен ике тапҡыр арттырыу ҡарала.







