Бөгөн төҙөкләндерелгән бинаны асыу сараһы үтте. Музейҙы яңыртыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. “Шәһит Хоҙайбирҙиндың исеме Башҡортостан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ул республика дәүләтселегенә нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе. Хәҙер музей ихатаһын Шәһит Әхмәт улының һәйкәле лә биҙәп торасаҡ”, - ти Милли музей директоры Рөстәм Исхаҡов.
Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йәшендә генә вафат була. Әммә ул ҙур эштәр атҡарып өлгөрә. Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Республикала Шәһит Хоҙайбирҙиндың 110 йылллығына бағышланған китап донъя күрҙе. Шулай уҡ уның тормошона арналған фильм төшөрөлдө. Йыл һайын республика журналистарына Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырыла.







