“Өфө-Арена”ла уҙған турнирҙа 18-20 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнаша. Башҡортостан йыйылма командаһы өсөн ярыштар ҙур әһәмиәткә эйә, ти Республика ҡатнаш алыш федерацияһы вице-президенты Заһир Түләбаев.
Турнирға саҡырылған билдәле ҡунаҡтар исемлегендә ҡатнаш алыш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Федор Емельяненко бар. Чемпионат барышында мәрхәмәтлек акцияһы ла уҙғарыла. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса республика балалар клиник дауаханаһына онкология менән ауырыусыларға ярҙамға йүнәлтелә.




