Беҙҙең республика Рәсәй Мәғариф министрлығы үткәргән конкурста еңеү яуланы һәм грант алды. “Профессионалитет” проектына ярашлы федераль ҡаҙнанан 242 миллион һум бүленә. Бөрө медицина-фармацевтика колледжы нигеҙендә “Клиник һәм профилактик медицина” кластеры асыла. Өфө һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледждар, шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында “Педагогика” йүнәлеше буйынса өс кластер ойошторола. Киләһе уҡыу йылында улар эшләй башлай. Мәғариф кластерында студенттар уҡыу йортонда алған белемдәрен ғәмәлдә ҡулланырға өйрәнә.







