Икеләтә байрам уңайынан Кушнаренко районы Ҡыҙылкүпер ауылында шәхси парад ойошторолдо. Ветерандың йорто эргәһенән тантаналы марш менән урындағы кадет класы уҡыусылары атлап үтте. Бөйөк Еңеү көнө алдынан үткән сарала БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Сканворд һәм кроссвордтар сисеү Йәүҙәт Ғиләжевтың иң яратҡан шөғөлдәренең береһе. Ейәненән айырмалы бының өсөн уға күҙлек тә кәрәкмәй. Башватҡыс оло быуын вәкиленең хәтерен яҡшырта. Шуға ла ул бөгөн дә үҙаңында, көн һайын донъялағы һуңғы яңылыҡтар менән даими танышып бара.
Бөгөн Йәүҙәт Ғиләжев үҙенең 99 йәшен билдәләне. Тыуған көнө менән ҡотларға Кушнаренко һәм Дүртөйлө районынан да ҡунаҡтар килде. Сөнки Йәүҙәт Фазылбәк улы йәйен тыуған ауылында, ә һалҡын ҡышта күрше ҡалалағы фатирҙа йәшәй.
Учебканан һуң Йәүҙәт десантсылар отрядына эләгә. Артабан Карелия фронты составында була. Свирь йылғаһында һалдаттарҙы кәмәлә бер ярҙан икенсеһенә ташый. Ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр яралана.
Икеләтә байрам уңайынан ветерандың тыуған ауылында шәхси парад ойошторолдо. Ветерандың йорто эргәһенән тантаналы марш менән урындағы кадет класы уҡыусылары атлап үтте, ә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре илһөйәрлек рухында һуғарылған йырҙар менән һөйөндөрҙө. Артистарҙың моңло тауышына Йәүҙәт Ғиләжев түҙмәйенсә һикереп төшөп бейергә лә әҙер ине.
Ауылдаштары Йәүҙәт Ғиләжевты билдәле умартасы булараҡ та яҡшы хәтерләй. Бөгөн уның яратҡан шөғөлөн ейәне Салауат дауам итә. Яҡындары әйтеүенсә, оло быуын вәкилеленең һуңғы йылдарҙа бер аҙ сәләмәтлеге ҡаҡшаған. Шулай ҙа ул бирешергә уйламай. Киләһе йылда муйыл сәскәһе атыуға Йәүҙәт Фазылбәк улы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
Илдар Байбулатов






