Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Донбасс-2022» тип исемләнгән фотокүргәҙмә асылды

Экспозицияла «Рәсәй газетаһы» хәрби хәбәрсеһе Владимир Аносовтың ижад өлгөләрен күрергә мөмкин. 40 фотонан торған патриотик проект Донбаста йәшәүселәрҙең ҡатмарлы осорҙа көнкүрешен тасуирлай. Емерек йорттар, шартлатҡыстарҙан зыян күргән техника, аслыҡ - фотоһүрәттәрҙә хәрби бәрелеш эҙемтәләренең сағылышын күрергә мөмкин. Автор 3 айға яҡын биләмәлә йәшәй, Генерал Шайморатов мемориалын да барып күрә. Күргәҙмә менән теләгән һәр кем 27 майға тиклем таныша ала.

Шул уҡ көндө юғары уҡыу йорто бинаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Игорь Кирилловҡа хәтер таҡтаташы асыу тантанаһы уҙҙы. Педагогия колледжында уҡыуын егет юрист һөнәре буйынса 2015 йылда тамамлай. Махсус хәрби операцияға 27 йәшлек Өфө егете мобилизация сиктәрендә йүнәлтелә. Яу ваҡытында хеҙмәттәшен үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап, ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены менән наградлана. Яҡындары һәм уҡытыусылары геройҙы яуаплы, тәүәккәл, тәртипле егет итеп иҫкә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ