Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы төҙөкләндерелгәндән һуң ишектәрен асты

Бөгөн капитпаль ремонт үткәрелгән тарихи объектты асыу тантанаһы үтте. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың исеме Башҡортостан халҡына яҡшы таныш.

Әле музей урынлашҡан ағас йорт уға Республика Хөкүмәте тарафынан 1923 йылда, Эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләгән сағында бүләк ителгән. Тик Шәһит Хоҙайбирҙин Өфө үҙәгендәге ике ҡатлы был өйҙә бер йыл ғына йәшәп өлгөрә, ғаиләһе иһә 1960 йылға тиклем йәшәй.

32 йыл элек йортто музей итеп үҙгәртергә ҡарар ителә, архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән объектта бөйөк шәхестең тормош һәм ижад юлын сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттар һаҡлана. Әммә йорт-музейҙың бинаһы ташландыҡ хәлдә була, бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмай. Төҙөкләндереү эштәре бер йыл элек кенә башлана.

Әле йорт-музейҙы танырлыҡ та түгел, ул тулыһынса яңыртылған, заман талаптарына яраҡлаштырылған. Бында тарихи экспозициялар менән танышырға ла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тураһында мәғлүмәттәр табырға ла мөмкин.

Музей киләсәктә журналистарҙың осрашыу, аралашыу, төрлө саралар ойоштороу урынына ла әүерелер тип көтөлә. Йорт-музейҙың бинаһы, биҙәлеше генә түгел, биләмәһе лә үҙгәргән. Хәҙер ихатала Шәһит Хоҙайбирҙиндың бюсты урын алған. Элек ул күренекле шәхестең исемен йөрөткән Баймаҡ машиналар эшләү заводында ҡуйлыған була. Әммә тарихи предприятие үҙгәртеп ҡоролоу сәбәпле бюстҡа ихтыяж ҡалмай. Ул Баймаҡ районы етәкселеге менән килешелеп Өфөгә күсерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ