Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирәләре менән Нефтекамала йәшәүсе Сергей Воробьев бүлеште

Ветеран 1927 йылда Орлов өлкәһендә тыуған. Фронтҡа 17 йәшендә эләгә. Бәрелештәрҙең береһендә ҡаты яралана, тик госпиталдә дауаланып аяҡҡа баҫҡандан һуң, кире яуға юллана. «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Ветеран менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Сергей Петровичтың көнө физик күнекмәләрҙән башлана. Оҙон ғүмерҙең нигеҙендә сәләмәт тормош рәүеше ята, ти бәһлеүән. Урамға сығырға хәлдән килмәһә лә, 95 йәшлек ветеран йышыраҡ фатирҙа йөрөргә тырыша. Ғорур, мөһабәт һын, ыҫпай ҡиәфәт - Сергей Петрович йылдарға бирешмәй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, Сергей Петровичҡа 15 йәш булған. Үҙ теләге менән военкоматҡа барып, фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Ҡылығын туғандарынан йәшерә. Ул саҡта үҫмерҙе кире боралар, ә повестка 1943 йылда килә. Колхоз баҫыуҙарынан һалдат яу яландарына - Көньяҡ Пруссияға өсөнсө Беларус фронтына йүнәлтелә.

1952 йылда Сергей Петрович демобилизациялана. Үрге Тагилда гидроэлектростанцияла хеҙмәт иткән сағында мәңгелек мөхәббәте - буласаҡ тормош иптәше менән таныша. Ҡатыны менән ул ярты быуаттан ашыу ғүмер кисерә. Ун йылдан һуң, пар Ҡарман ГРЭСына эшкә төшә.

Бөгөн Сергей Петрович бер үҙе донъя көтә. Ижевскиҙа йәшәгән улы йыш ҡына килеп, атаһының хәлдәрен белешә. Айырыуса яратыу менән бәхетле олатай ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре тураһында һөйләй. Уларҙың фотоһүрәттәрен күренгән уртында ғына һаҡлап, осрашыуҙы көтә.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ