Турнирҙа республиканың төрлө район-ҡалаларынан командалар ҡатнашты. Улар үҙ төбәгендә спорт хәрәкәтенең үҫеше, хеҙмәткәрҙәрҙең физик әҙерлеге менән бергә, һөнәри оҫталығын күрһәтте. Шулай уҡ сара сиктәрендә ете полиция хеҙмәткәренә офицер дәрәжәһе бирелде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәмле ярыш республиканың 16 район-ҡалаһынан килгән командалар араһында барҙы. Улар зональ ярыштарҙа еңеү яулап, чемпионат финалында ҡатнашыу хоҡуғын алған. Сарала ҡатнашыусылар физик әҙерлек һәм һөнәри оҫталыҡ буйынса һынау тотто. Төп иғтибар һалҡын ҡорал менән эш итә белеүгә бирелде. Чемпионат үҙенә күрә быуындар бәйләнешен сағылдырҙы.
Полиция хеҙмәткәрҙәренә яуап итеп баш ҡаланың «Динамо» спорт комплексында шөғөлләнеүсе балалар ҙа сығыш яһаны. Ошо рәүешле быуындар бәйләнешенә нигеҙ һалынды тип әйтергә кәрәк. Шулай уҡ саранан махсус тәғәйенлештәге отряд хеҙмәткәре лә ситтә ҡалманы. Улар килгән халыҡ иғтибарына тактик күнекмәләрен тәҡдим итте.
Азат Ғәлиуллин



