Әле улар хәрби частә әҙерлек үтә. Егеттәр иртә таңдан алып ҡара кискә тиклем физик һәм тактик күнекмәләр уҙғара. Армияла алған белемен хәтергә төшөрә, ә инде хеҙмәт итмәгәндәр хәрби эш алдымдарын яңынан үҙләштерә. «Ватан» дарҙың бер көнө тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Таңғы алтыла уяныу, урынды йыйыштырыу һәм иртәнге процедуралар. Барыһы ла армиялағы шикелле ,әммә йәш егеттәрҙән ирекле отряд яугирҙарын бүлмәләге һүрәттәр генә айырып тора. Өйҙә ҡалған сабыйҙарының, ғәзиздәренең фотокарточкаларын, хаттарын атайҙар һәр саҡ үҙе менән йөрөтә.
«Ағай» ҡушаматлы яугир ҙа тап 11 йәшлек улына үрнәк булам тип ирекле отрядҡа яҙыла. Башҡаларҙан айырмалы уның хәрби тәжрибәһе юҡ. Артиллеристар буссоле менән дә ул тәүгә эш итә. Әммә үҙ ирке менән отрядҡа ҡушылғас башҡаларҙан ҡалышмаҫ өсөн сәме лә көслө.
Буссоль-артиллерияның күҙҙәре. Уның ярҙамында юҡ ителергә тейеш объекттың координаталары билдәләнә. Шуға күрә әҙерлектең шаҡтай ҙур өлөшө тап ошо прибор менән эш итергә өйрәнеү, дошман нығытмаларын асыҡлау, орудиеларҙы дөрөҫ төҙләүгә бирелә.
Ә был бүлмәлә яугирҙар әйтерһең дә танки компьютер уйынында алыша. Хәйер, маҡсат бер үк, дошман орудиеларын юҡҡа сығарыу. Әммә уйындан айырмалы хәрби симуляторҙа теүәл һандар, ҡатмарлы иҫәп хәл иткес роль уйнай. «Ватан» отряды егеттәре әле кәм тигәндә ун саҡрымдан сәпкә метрға тиклем теүәллек менән тейҙерергә өйрәнгән.
Артиллерияны һуғыш аллаһы тиҙәр. Әммә улар ҙа ярҙамға мохтаж. Шуға күрә «Ватан» отряды яугирҙары һәр яҡлап та ныҡлы әҙерлек үтә. Физик күнекмәләр, атыу ҡоралы менән эш итеү, күҙәтеү алып барыу серҙәре, сапер эше. Йәғни, егеттәр бер нисә һөнәр үҙләштерә һәм бер -береһен еңел алышытыра ала.
Хәрби көстәр менән бергә техника ла әҙерлек үтә. «Ватан» башҡорт ирекле отрядына республиканан Ике Камаз, бер УАЗ автомобиле һәм припастар тейәү өсөн трактор тапшырылған. Әле яугирҙар уны бәрелештәр барған ялан шарттарына яраҡлаштырыу менән шөғөлләнә. Техниканың теүәллеге артиллерия өсөн үтә лә мөһим, ти отряд командиры.
Һәм быға шик юҡ. «Ватан» егеттәрен алғы һыҙыҡҡа Самурайҙың үҙе менән бергә күп тапҡырҙар ут һәм һыу кискән тәжрибәле яугирҙар, хәрби частең профессиональ инструкторҙары әҙерләй.
Айнур Кәбиров




