Май айында Башҡортостан Юлдаш каналында ике документаль проект донъя күрәсәк

Улар - Рәсәй Геройҙары, Әбйәлил егете, башҡорт Тамерлан Илһамов һәм Яңауылдан, удмурт егете Игорь Нәсибуллиндың тормош һәм яу батырлығына арнала. Тулыраҡ Гөлнур Ишбулатова әҙерләгән яҙмала.

Яңауыл районы Иҫке һәм Яңы Вәрәш ауылдарында Нәсибуллиндар ғына түгел, ә ошо фамилияны йөрөткән ике урам бар. Уларҙың береһе 1996 йылда, Чечен Республикаһында һәләк булған Эмиль Нәсибуллин, икенсеһе Украинала махсус операцияла күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған Игорь Нәсибуллин исемдәрен йөрөтә.

Эмиль менән Игорь бер- береһенә оҡшаған, уларҙың тик характерҙары айырыла. Эмиль тынысыраҡ, ә Игорь баҫҡан ерендә ут сығарған егет ине.

Эдуард Нәсибуллин

Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин хәрби династияла иң кесеһе. Атаһы, ағаһы юлынан киткән егет башта Кемеров кадет корпусын, артабан Ҡазан юғары хәрби танк училищеһын тамамлай.

Ҡазанда тиҫтәләгән хәрби уҡыу йорттары бар. Уларҙың күбеһендә Башҡортостан егеттәре белем ала. Тимәк, хәрби һөнәр һәр заманда ла көнүҙәклеген юғалтмай..

Ҡазан юғары хәрби танк училищеһы биләмәләрендә уның танылған курсанттарына бюстар ҡуйылды. Был исемлекте Рәсәй Геройы, билдәле башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал- майор Миңлеғәле Шайморатов башлай. Игорь Нәсибуллин да ошо уҡыу йортон тамамланы. Хәрби офицер династияһынан булған егет 2022 йылда махсус операцияла батырлыҡ күрһәтеп һәләк булды. 

Альберт Ғималетдинов, Ҡазан ҡалаһының «Рәсәй танкистары союзы» Бөтә Рәсәй ойошмаһы хәрәкәте рәйесе

Ҡазан ҡалаһында бихисап яҡташтарыбыҙ йәшәй. Альберт Ғималетдинов шуларҙың береһе.

Киләһе яҡташыбыҙ Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуып үҫкән. Ул да запастағы подполковник. Шулай уҡ үҙе лә офицер династияһына нигеҙ һалыусы.

Гөлнур Ишбулатова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ