Яҡын көндәрҙә Башҡортотснадың күпселек райондарында юғары янғын хәүефе һаҡланасаҡ

Һуңғы тәүлектә 76 гектарҙан ашыу майҙанда дүрт урман янғыны теркәлгән. Ут Йылайыр, Әбйәлил һәм Белорет райондарында сыҡҡан.

Янғындың таралыуына ҡоро һауа торошо һәм көслө ел булышлыҡ итә. Тап ошо сәбәп менән бөгөн Иглин ҡасабаһында ике йорт һәм бер нисә ҡаралты яна. Утты һүндереү өсөн тиҙ арала ашығыс хеҙмәттәр килә. Өфөнән хатта вертолет йәлеп ителә. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана.

Бөгөн Өфөнөң «Искра» кинотеатрының файҙаланылмаған бинаһы янып китте.

Утты һүндереүҙә 17 берәмек техника һәм 48 кеше ҡатнашты. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгә сәғәт 5-се 21 минутта асыҡ янғын һүндерелә. Билдәле булыуынса, кинотеатр 2021 йылдың февраленән ябыҡ тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ