Бөгөн мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә

Был көндө күптәр туғандарының ҡәберҙәрен таҙартты, зыяраттарҙа өмәләр үтте. Борондар мосолман халҡы араһында зыяраттар изге урын һаналған, уны таҙалап, тәртиптә тотоу ул ҙур сауаплы эш. Бөгөндә бик күп ҡала халҡы иртәнсәктән үҙҙәренең мәрхүм туғандары ерләнгән урынға юлланды. Зөлфиә Ҡоҙаярова ла тыуғандарының мәңгелек йорттарын таҙалауҙы изге эш тип һанай. Йыл һайын тормош иптәше менән зыяратҡа килеп тәрбиәләп торалар, бер үк ваҡытта мәрхүмдәргә аят бағышлайҙар.

Бөгөн Бамаҡ ҡалаһының 4 зыяратында ла өмәләр әүҙем барҙы.Урындағы хакимиәт, дин әһелдәре был саранан ситтә ҡалманы. Икенсе йыл рәттән ҡаланың мәктәп коллективтары ҡарауһыҙ ҡалған ҡәберлектәрҙе таҙалауҙы үҙ өҫтөнә алды.Уларҙың буяуҙарын яңыртты, селектәрҙе ҡырҡты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ