Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһы етәксеһе Леонид Пасечник менән осрашты

Донбасҡа эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһы етәксеһе Леонид Пасечник менән осрашты. Унда төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм тораҡ пункттарҙы тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде.

«Луганск Халыҡ Республикаһы менән Башҡортостанды дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй. Беҙгә ярҙам күрһәткән, Донбассҡа килгән һәм бында эшләгән Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерәм. Һеҙ беҙҙең тораҡ пункттарҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарҙығыҙ», - тип билдәне Леонид Пасечник. Башҡортостан башлығы Луганск Халыҡ Республикаһы халҡын Еңеү көнө менән тәбрикәләп, 11 майҙан һуң Башҡортостан белгестәренән торған ҙур бригада килеүен әйтте. Уларҙың бурысы - торлаҡ йорттарҙы һәм социаль объектарҙы тәртипкә килтереүҙе дауам итеү. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостан шифаханалары һәм лагерҙары Луганск халыҡ республикаһы балаларын ҡабул итергә әҙер булыуын билдәләне. Бынан тыш, Радий Хәбиров бөтә йүнәлештәр буйынса һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу өсөн Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостандың рәсми вәкиллеген асырға тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Красный Луч ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты. Радий Хәбиров оло быуын вәкилдәренә Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм байрам уңайынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Төбәк етәксеһе ветерандарға ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләне

Волна
Акции БСТ