Ғаян Әхиәр улы урамға хәҙер бик һирәк кенә сыға. Әммә бындай сараны ул бер нисек тә тәҙрә аша ғына күҙәтә алмаған. Көндөң һалҡын, елләп тороуына ҡарамаҫтан, тәүгеләрҙән булып ихатаһына сығып ултырҙы. Бар илдә Еңеү көнөн байрам иткәндә мин ситтә ҡала алмайым, ти ветеран.
Еңеү яҙына 78 йыл үтеүенә ҡарамаҫтан, хистәр һүрелмәй, ти Ғаян Сәлихов. Бөйөк байрамда ул йылдағыса оло тулҡынланыу һәм ғорурлыҡ кисерә. Еңеү көнөн Ғаян Әхиәр улы юлда, алыҫ көнсығышҡа, Ҡытай-Манчжурия бәрелештәрендә ҡатнашыу өсөн китеп барғанда ҡаршы ала.
Ветеран алдында Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филалы курсанттары, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары, Шайморатов кластары тәрбиәләнеүселәресафтарҙа үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сара ветерандарғҫа дан йырлау ғына түгел, ә киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү сараһы ла.
Ветеран алдында һуғыш осоро техникаһы, легендар полуторка ла үтте. Һуңынан ошо уҡ машина кузовында сәхнә ойошторолоп байрам концерты күрһәтелде.
Айнур Кәбиров






