Юл-патруль машиналарында Еңеүселәр портреты! Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының фотоһүрәтен автомобилдәргә беркетеп рейдҡа сыҡты. Ошо рәүешле улар Еңеүселәрҙең рухын иҫкә алып оло хөрмәт күрһәтте.
Әйткәндәй, инспекторҙарҙың да күбеһе ата-олатаһының юлын дауам итеүселәр. Улар ҙа ҡасандыр оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән. Идаралыҡ иғлан иткән акцияға республиканың башҡа бүлектәре лә ҡушылыр тип көтөлә. Юлдарҙағы тәртип, именлекте тәьмин итеүҙәр Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары менән бергә алып барыласаҡ.






