Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр һауа парады ҙур форматта үтәсәк

Бөйөк Еңеү көнө һәм Гражданлыҡ авиацияһының 100 йыллығына бәйле ҙур тамашаны өфөлөләр генә түгел, республика халҡы ла БЮТ телеканалында ҡарай ала. Бөгөн ошо уңайҙан «Первушин» аэродромында сираттағы күнекмәләр үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Юғары пилотаж төркөмө йәнә һауаға күтәрелде. Был юлы ул илдең бәләкәй авиация тарихын бәйән итте. Авиашоу Иосиф Сталиндың шәхси күрһәтмәһенә ярашлы, 1946 йылда эшләнгән Ф-12 самолеты менән асылды. Артабан тармаҡтың һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары күрһәтелде.

Гражданлыҡ авиацияһының 100 йыллығын Башҡортостан осоу миҙгеле асылыу менән билдәләнә башланы. Быйыл саралар ҙа, ғөмүмән, тағы ла күләмлерәк үтеүе көтөлә. Республика, атап әйткәндә «Первушин» аэродромы Рәсәй кимәлендәге саралар ойошторорға ниәтләй.

«Первушин» аэродромына килеүселәр, ғөмүмән, күңеленә яҡын шөғөлөн таба алды. Күңел асыу программаларында ҡатнашып, йыр-моң тамашаларын да ҡараны.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ