Башҡортостанда Торатау шиханына эко-баҫҡыс асылды

Уңайлыҡ барлыҡҡа килеү менән, шиханға тәүгә менергә теләүселәр ҙә артҡан. Геопарк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ял көндәрендә бында меңгә тиклем кеше килә. Ә иң мөһиме - баҫҡыс асылыуы шиханда фауна һәм үҫемлектәрҙең төрлөлөгөн һаҡлауға тәүге аҙым булмаҡсы. Торатау башына БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күтәрелде.

Ошондай «байлыҡ» менән тоҡсайҙы геопарк гидтары шиханға күтәрелгән һайын алып төшә. Тәмәке төпсөктәре, еүеш салфетҡалар, шешәләр - туристар вайымһыҙлығы сикһеҙ. Быялаға ғына тупраҡта юҡҡа сығыу өсөн мең йылдан да кәм түгел ваҡыт талап ителә. Сүп-сар ташлап китеү - бер бәлә, йылдар дауамында барлыҡҡа килгән һуҡмаҡтар күптән ғалимдарҙы борсой.

Әле Торатауҙа 40-тан ашыу һуҡмаҡ иҫәпләнә. Шихандың көнсығыш битләүендә ҡасандыр «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәр урынында бөгөн тик таҡырланған юлды күрергә мөмкин.

Ташлы ерҙә ҡасандыр Ағиҙел Клаусияһы тип исемләнгән эндемик ҡалҡып сығыуына ышаныс көслө. Улар шиханда өс төҫтә үҫә. Сәскә исеме республикалағы иң оҙон йылғаға арналған.

Торатауҙы ысын мәғәнәһендә уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы тип атарға мөмкин. Ерҙәге иң боронғо тауҙарҙың береһендә 21 эндемик, «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән 15 төр үҫемлек бар. Баҫҡыс барлыҡҡа килеү менән, шихандың биологик төрлөлөгөн һаҡлауға тағы бер аҙым яһалды. Уңайлыҡ барлыҡҡа килеү менән, туристар артҡан. Күптәр ғаиләләре менән тауҙы күрергә килә.

Геопаркта тәртип боҙоусылар һағында атлы патруль эшләй. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр ҙә аҙ түгел. Хатта тау итәгендә ит ҡыҙҙырырға тартынмаусылар бар.

Баҫҡыс ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, тауҙан хәүефле һуҡмаҡтарҙан төшөргә теләүселәр етерлек. Геопаркта һаҡсылар эшләһә лә, туристарҙың үҙ тәртиплелегенә ышанырға ҡала.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ