Махсус хәрби операция биләмәһендә республиканың ирекле батальондары һәм мобилицацияланған яугирҙар менән осрашты. Уларҙың хәрби хеҙмәт шарттары менән танышты, ватан һаҡсылары менән яҡындан аралашты. Әле яҡташтарыбыҙ Херсон һәм Запорожье йүнәлешендә бурыстарын үтәй. Башҡортостан башлығы яугирҙарҙы яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән тәбрикләне һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостандан мобилизацияланған яугирҙарҙан торған полк хәрби бурысын үтәй. Республика башлығы яҡташтарыбыҙ нығынған позицияларҙы ҡарап сыҡты. Окоптарға төштө.
Башҡортостан ярҙамын даими тоябыҙ ти республика хәрбиҙәре. Блиндаждарҙы республика оҫталары эшләгән тимер мейестәр йылыта.
Башҡортостан вәкилдәре махсус хәрби операция биләмәһендә изге эштәргә лә ваҡыт таба. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн башын һалған яугирҙар ерләнгән туғандар ҡәберлеген бандеровсылар утҡа тотҡан. Еңеү байрамына яҡташтарыбыҙ уны төҙөкләндереп, тирә-яғын тәртипкә килтергән.
Мобилизация буйынса ватан һағына баҫҡан Башҡортостан яугирҙарын ҡорал, аҙыҡ-түлек, хәрби кейем менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр юҡ. Ялан шарттарында улар үҙҙәренең көнкүрешен дә ойошторған.
Подразделение офицерҙары менән әңгәмә барышында улар Башҡортостан башлығынан махсус йөк техникаһы менән ярҙам күрһәтеүҙе һораны. Радий Хәбиров урында уҡ тейешле күрһәтмәләрен бирҙе. Сәфәр барышында Башҡортостан башлығы яуҙа үҙен күрһәтеп өлгөргән хәрбиҙәргә Шайморатов миҙалын тапшырҙы һәм Еңеү байрамы менән тәбрикләне.
Шайморатов миҙалы бер ай самаһы элек булдырылғайны. Дәүләт наградаһы хәрби йәки граждандар бурысын үтәгәндәге фиҙаҡәрлек, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу йәки йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда күрһәтелгән батырлыҡ өсөн тапшырыла.
Донбасҡа сәфәре барышында Радий Хәбиров Росгвардия сафындағы Салауат Юлаев батальоны яугирҙары менән осрашты. Улар уҙған йылдың декабренән махсус хәрби операция биләмәһендә. Республиканан тупланған өсөнсө ирекле батальон хәрбиҙәрен Башҡортостан башлығы еңеү байрамы менән тәбриәкләне.
Яугирҙар ҡуйылған бурыстарын теүәл үтәһен өсөн өйҙәге мәшәҡәттәр тураһында борсолмауҙарыы мөһим. Уларҙың ғаилә ағзаларын хәстәрләүҙе республика үҙ иңенә алды.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бихисап пособие һәм ташламаларға ла хоҡуҡлы. Льготалар хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына ла ҡағыла. Мәҫәлән, март айынан бушлай белем биреү сертификаттары ғәмәлдә. Илдең бөтә университеттарында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бюджет урындарына 10 процентлыҡ квота бүленә. Украина фашизмы менән көрәш алып барған замандаштарыбыҙға власть та, халыҡ та ярҙам күрһәтергә ынтыла. Кемдәрҙер маскировка селтәрҙәре үрә, бәғзеләр гуманитар ярҙам туплай. Башҡортостан халҡы берҙәмлек күрһәтә. Республика ватан һағына баҫҡан уландарын яңғыҙ ҡалдырмай.
Рафиҡ Әхмәтшин




