Бер төркөм Башҡортостан яҙыусылары бөгөн Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән фронтовик әҙиптәрҙең ҡәберенә сәскә һалды.
Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне ситләп үтмәй, Башҡортостан яҙыусылары ла ҡулына ҡорал алып ил һағына баҫа. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов хатта үҙенә ике йәш өҫтәп яҙырып фронт һыҙығына юллана. Әҙиптәр ауыл-ҡалалар өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә лә ҡатнаша, матбуғат баҫмаларында окоптарҙа тыуған ижад емештәрен дә баҫтыра.
Һуғыш юғалтыуҙарһыҙ ҙа булмай, 18 әҙип яу ҡырында ятып ҡала. Иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандары илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша, яңы әҫәрҙәр ижад итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев әйтеүенсә, яу юлын үткән яҙыусылар йәш быуынға ҡарата үтә иғтибарлы була. Яҡташтары Бөйөк еңеүҙе яҡынайтҡан әҙиптәрҙе онотмай, уларҙың ҡәберенә сәскә һала, хәтер кисәләре уҙғара.



