“Башнефть” һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәрен Еңеү көнө менән ҡотланы

9 майҙа “Роснефть” компанияһы составына ингән “Башнефть” ойошмаһы волонтерҙары ветерандарын ҡотлай, бүләктәр бирә, тормош тураһында әңгәмә ҡора, ветерандар эшләгән предприятиелар уңыштары менән уртаҡлаша.

Волонтерҙар арҙаҡлы орденлы шәхестәргә һәм ябай хеҙмәтсәндәргә лә бара. Быйыл “Башнефть” генераль директоры Андрей Лазеев исеменән йылда тапшырылған ҡотлау хаты һәм байрам бүләгенә балалар һүрәттәре лә өҫтәлде. Уны компания хеҙмәткәрҙәре балалары “Тыныслыҡ өсөн рәхмәт!” рәсемдәр конкурсы барышында  ветерандар өсөн махсус төшөргән.

Байрам алдынан элекке компания хеҙмәткәрҙәре араһынан 500-гә яҡын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм тыл хеҙмәтсәненә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде һәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырылды.

Фото №1 - “Башнефть” һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәрен Еңеү көнө менән ҡотланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ