Президент Владимир Путин Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә Еңеү көнө менән ҡотлау ебәрҙе. - 1945 йылдың 9 майы халҡыбыҙҙың берҙәмлеге һәм рухи ҡеүәте, тыныслыҡ һәм ғәҙеллек тантанаһы булып тарихта ҡала. Беҙҙең изге бурыс - ата-балаларҙың бөйөк ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау, - тиелә Президент ҡотлауында.







