“Беҙ һәр ваҡыт һуғыш һәм тыл хеҙмәтсәндәренең исемен иҫтә тотасаҡбыҙ”. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән байрам сараһында сығыш яһаны. “Фашистарҙы тар-мар иткәндән һуң, йәнә геройҙар дәүере килде. Бөгөн беҙҙең ил коллектив көнбайышҡа ҡаршы тора. “Башҡортостан яугирҙәре алғы һыҙыҡта ҡыйыу алыша”, - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе, Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш хеҙмәткәрҙәрен генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы менән бүләкләне.







