Баш ҡаланың Ленин майҙанында Хәрби парад ойошторолдо

Мең ярым кеше, хәрби техника һәм авиация. Өфөләге Еңеү парады ысын мәғәнәһендә сағыу тамашаға әйләнде. Илебеҙгә тыныслыҡ бүләк иткән оло быуын вәкилдәренә хөрмәт күрһәтеү, ә йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү маҡсатында ойошторолған тантаналы маршта быйыл махсус хәрби операция яугирҙары ла тигеҙ сафта үтте. Хәрби парад барышын Өфөнөң Ленин майҙанында БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Ленин майҙанында тигеҙ сафҡа Өфө Гарнизоны хәрбиҙәре, көс структуралары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелештәр ветерандары, төрлө уҡыу йорто курсанттары һәм кадеттар теҙелгән. Быйыл парадта махсус хәрби операция яугирҙарына айырым урын. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Еңеү байрамын батыр замандаштарыбыҙ республика халҡы менән бергә билдәләй.

Тигеҙ сафҡа теҙелгән хәрбиҙәрҙе һәм республика халҡын Башҡортостан Башлығы тәбрикләне. Телмәрендә Радий Хәбиров Еңеү көнөнөң әһәмиәтенә туҡталды.

Команда бирелеү менән сафтар Октябрь проспекты буйлап ҡуҙғалды. Тантаналы марш менән барлығы 21 хәрби расчет үтте. Октябрь проспектынан бер юлы мең ярым кеше ышаныслы аҙымдар менән атланы. Хәрби парадҡа Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Төркиәнең Башҡортостандағы вәкилдәре тамаша ҡылды. Беларусь республикаһы илселегенең Өфөләге бүлексәһе етәксеһе Артур Карпович билдәләүенсә, 9 май элекке Советтар союзына ингән бөтә дәүләттәр өсөн дә иң мөһим байрам.

Октябрь проспектынан Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡараған хәрби техника һәм әле махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулланылған ҡеүәтле машиналар үтте. Маршты асыу хоҡуғы, Еңеүгә иң ҙур өлөш индергән техника өлгөләренең береһе булараҡ танылған Т-34 танкына бирелде.

Парадта шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышынан алда һәм һуғыш йылдарында сығарылған Т-26, Т-38 һәм Т-60 танктары үтте.

Махсус хәрби операцияла ҡулланылған машиналар хәҙерге Ҡораллы көстәр ҡеүәтенең сағылышы. Өфө халҡы БТР-80, «Тигр» һәм «Горец» тип аталған бронялы техниканы үҙ күҙҙәре менән күрҙе

Парадты быйыл авиация төркөмөнөң сығышы йомғаҡланы. Һауанан Ка-26, Ка-32, Ансат һәм Ми-8 вертолеттары осоп үтте. Первушин аэродромында урын алған еңел авиация самолеттары ла байрам тамашаһында ҡатнашты.

Өфө ҡала советы трибуналарына Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хәрби бәрелештәр ветерандары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сағырылғайны. Хеҙмәт ветераны Нәзиә Рәзбаева шанлы йылдарҙың тере шаһиты. Ҡәһәрле һуғыш башланғанда уға ни бары 10 йәш була.

Еңеү көнө беҙҙән алыҫлашҡан һайын шанлы йылдарҙың тере шаһиттары лә кәмей бара. Әммә байрамдың әһәмиәте арта ғына. 9 май беҙҙе беҙ иткән байрам. Шуға ла Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлау һәм тарихи ысынбарлыҡты киләһе быуындарға еткереү мөһим.

Рафиҡ Әхмәтшин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ