Бөрйән районы Бөйөк Еңеү көнөн йылы, иҫтәлекле саралар менән ҡаршы ала

Һалдат бутҡаһы, парад, ветерандарға күстәнәстәр. Бөрйән районы Бөйөк Еңеү көнөн йылы, иҫтәлекле саралар менән ҡаршы ала. Бөрйәндәрҙең байрам кәйефен БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Еңеү парады башҡа йылдарҙағынан артыҡ айырылмай, хәрбиҙәр тигеҙ сафтарҙа үтә, һуғыш тураһындағы йырҙар яңғырай. Тик был юлы майҙанда һуғыш ветерандары юҡ. Районда 4 яу ҡаһарманының тол ҡатыны, 29 тыл ветераны ғына ҡалған. Әммә яугирҙар онотолмай. Ришат Абдуллин парадҡа атаһының фотоһүрәтен алып килгән. Атайым һуғышта беренсе көндән ҡатнашып Еңеүҙе Берлинда ҡаршы алды. Фронттан ҡайтҡас ғаилә ҡороп 9 бала үҫтерҙе, биш улы ла хәрби бурысын үтәне, ти ул.

Бөрйән районы халҡы дәһшәтле йылдар тарихын ҡәҙерләп һаҡлай, төбәктә музейҙар эшләй, һәйкәлдәр ҡуйылған.

Заманалар үҙгәрә, быуындар алмашына әммә хәтер мәңгелек. Һуғыш еле бер ғаиләне лә ситләп үтмәй. Һәр береһенең дәһшәтле йылдар менән бәйле үҙ тарихы. Бөрйән рвйонынан Бөйөк ватан һуғышында ике меңдән ашыу ир-егет ҡатнаша, уларҙың яртыһы яу яланыда ятып ҡала. Бөрйәндә яу ҡаһармандарының исеме район үҙәгендәге һәйкәлгә уйып яҙылған.

Бөрйән районы егеттәре һәр заманда ла хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Ринат Мөхәмәтғәлин афған һуғышы ветераны. Хәрби күнекмәләрҙә райондан ун кеше бергә эләктек, биш класташ, бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайттыҡ, тип хәтерләй ул.

Бөрйән егеттәре бөгөн дә алғы һыҙыкта. Махсус хәрби операцияла иңгә-иң терәп имен тормош, тыныс киләсәк өсөн көрәшә.

Ауыл ерендә ойошторолған тантаналарҙың үҙенә генә хас ихласлығы, йылылығы бар. Бөрйәндәр һалдат бутҡаһын ауыҙ итте, байрам концерты ҡараны. Ә сараға килә алмаған ветерандарҙы район етәкселеге өйҙәренә барып ҡотланы.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ