Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Павел Баймәтов фронт хәтирәләре менән бүлеште

Бөйөк Ватан һуғышында 1-се Украина фронтында разведчик, тыныс тормошта тимерсе, умартасы, балта оҫтаһы һәм төҙөүсе. Ике тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры, Чехословакияны азат иткән өсөн миҙалдары менән бүләкләнеүсе уҙаман Павел Баймәтов Мишкә районы Яндуған ауылында ғүмер итә. Сал сәсле ветеран менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова аралашты.

Павел Баймәтов Бөйөк Ватан һуғышына илебеҙҙе фашистарҙан азат итергә 18 йәше тулғас, 10 ғинуарҙа сатлама һыуыҡта юллана. Яндуғандан Павел менән бергә ете егет һуғышҡа китә. Һалҡында өшөмәҫ өсөн уларға атҡа егелгән арба эргәһенән хәтһеҙ генә йүгереп йылынырға тура килгән. Һуғышҡа ингәнсе махсус хәрби әҙерлек мәктәбен үтә. Сентябрҙә 1-се Украина фронты составында һуғыша башлай. Артиллерия атакаһы барышында бер-нисә тапҡыр ҡулдары яралана. Уҙаман Польшаны, Чехословакияны, Берлинды азат итеүҙә ҡатнаша. Тыуған ауылына туптар тынғас, 1947 йылдың 9 майында ҡайта. Оҫта, тырыш егетте тимерлектә эшләргә саҡыралар.

Күрше ауылда тимерлектә эшләүселәр ҡалмаған ине. Ошо ҡулдар менән тимер бөгөргә, рессорҙарҙы нығытырға тура килде. Эшемде яратып, һәр ваҡыт күңел биреп башҡарҙым. Һул күҙемә тимер юнысҡыһы эләккәс, һөнәрҙе алмаштырырға тура килде.

Павел Баймәтов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Паймалче менән Павел Баймәтовтар ярты быуат бергә татыу ғүмер кисергән. Өс ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтереп оло тормош юлына сығарған. Йөҙйәшәр аҡһаҡал олоғайған көнөндә кинйә улы Генннадий һәм килене Антонина ҡарамағында.

Атайымдың оҙон ғүмерле булыуының сере бал ҡорто кеүек егәрле булыуында. Беҙҙе лә эшсән һәм ярҙамсыл итеп тәрбиәләне. Спиртлы эсемлектәр ҡуланманы. Бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Иртәле-кисле зарядка яһай.

Геннадий Баймәтов, Павел Баймәтовтың улы

Уҙаман Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы уңайынан Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығынан ҡотлау хаттары алып ҡыуанған. Ауыр һуғыш юлдарын үтеүсе ветеран бөгөн дә сафта. Мәктәптәрҙә йәштәр менән осраша, тантаналарҙа ҡатнаша. Йәштәрҙең илһөйәр һәм рухлы булып үҫеүҙәрен теләй. Мишкә районы Яндуған ауылында йәшәүсе 98 йәшлек аҡһаҡалдың заманадаштарына ла еткерер аманаты бар.

Барлыҡ халыҡты Еңеү байрамы менән ҡотлайым. Һуғыш уйын түгел. Илдә тыныслыҡ булһын. Украинала махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙҙең иҫән-һау еңеп ҡайтыуҙарын теләйем.

Павел Баймәтов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Выборы 2026

Бөйөк Ватан һуғышында тиңдәшеһеҙ яуҙарҙа илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән уҙаман май айын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Йыш ҡына ихата алдына сығып егәрле йән эйәләре бал ҡорттарына ҡарап тора. Йәштәрҙең дә үҙе кеүек тыуған ергә ерегеп, иленә кәрәкле булып йәшәүҙәрен теләй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ