Баш ҡаланың Һуғыш ветерандары госпиталендә Еңеү байрамы уңайынан патриотик йырҙар яңғыраны

Гармун көйҙәре менән оҙатылған ҡотлауҙар менән учреждение хеҙмәткәрҙәре - табиптар һәм шәфҡәт туташтары ветерандар палаталарын урап сыҡты. Байрам балалар коллективтары сығышы менән тамамланды. Һуғыш ветерандары госпиталендә Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалған. Бында Ленинград ҡамауын кисереүсе һуғыш балалары ла бар. Медицина хеҙмәткәрҙәре уларға сифатлы медицина һәм көнкүреш ярҙамы күрһәтә. Учреждение Бөйөк Ватан һуғышы башынан аҙағына тиклем яралыларҙы ҡабул итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ