Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә 10 урман янғыны булған

Ут сығыу осраҡтары Йылайыр, Кушнаренко һәм Балаҡатай райондарында теркәлгән. 71 гектар биләмәгә зыян килгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Башҡортостанда 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. Урман биләмәләрендә усаҡ яғыу тыйылған.

Фото №1 - Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә 10 урман янғыны булған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ