Башҡортостанда "Рәсәй-Беларусь" тигән мәктәп спорты фестивале уҙа

Ул июнь аҙағында ойошторола. Фестивалдә Рәсәй һәм Беларустән 372 уҡыусы ҡатнаша. Башҡортостан балалары ла сығыш яһай. Уҡыусылар спорттың 7 төрөндә көс һынаша. Футбол, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса ярыштар ҡаралған. Был спорт байрамы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында үткәрелә.

Фото №1 - Башҡортостанда "Рәсәй-Беларусь" тигән мәктәп спорты фестивале уҙа
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ