Ошоға бәйле Республика Башлығы указы донъя күрҙе. Әҙәбиәт һәм сәнғәт премияһы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад иткән әҫәрҙәргә бирелә. Яңы тәртипкә ярашлы, эштәр 15 июндән 15 июлгә тиклем ҡабул ителә. Премияны тапшырыу тантанаһы 15 декабргә тиклем ойошторолорға тейеш. Бынан тыш, комиссия составы үҙгәртелде. Унда яңы кешеләр индерелде.




