Өфө янында ҙур этноауыл барлыҡҡа килә

Инвестор баш ҡала янында йыл әйләнәһе эшләгән һауыҡтырыу үҙәге төҙөргә ниәтләй. Республика Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте” ултырышында проектҡа өҫтөнлөклө һәм ҡеүәтле статусы бирелде. Биләмәлә этноауыл, ипподром, апитерапия үҙәге, бассейн, глэмпингтар була. Төҙөлөш өсөн 110 миллион һум йәлеп ителә, 25 кешегә эш урыны барлыҡҡа килә. Һауыҡтырыу үҙәге 2024 йылда эшләй башлай, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан.

Фото №1 - Өфө янында ҙур этноауыл барлыҡҡа килә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ