Өфөнөң Совет майҙанында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы бүләкләне

Республикала Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары тағы берәүгә артты, 4 кеше яңы награда - Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. 112-се Башҡорт Кавалерия дивизияһының легендар комдивы генерал Шайморатов һәйкәле янында тантанлы шарттарҙа шулай уҡ Шайморатов кластары уҡыусыларына «Йәш шайморатовсы» билдәләре тапшырылды. Билдә өс дәрәжәгә эйә. Балалар хор менән «Шайморатов - генерал»гимн-йырын башҡарҙы.

Беҙҙең ата-бабалар дошманға ҡаршы һуғышҡан, беҙгә лә шул өлөш тейҙе. Республиканың юғары наградаһына эйә булыуым менән ғорурланам. Еңеү менән әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы

Рәсәй геройының ғорур исемен йөрөтөү - ҙур хөрмәт, тип билдәләне Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Миңлеғәле Шайморатовҡа асылған һәйкәл комплексы эргәһе баш ҡалалағы мәҙәни - күңел асыу урынына әйләнде, Өфөлә бындай иҫтәлекле урындар тағы ла күбәйәсәк.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ