Стәрлебаш районында Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары исемдәре стелала мәңгеләштерелде

Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылында Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары исемдәре стелала мәңгеләштерелде. «Атайсал» проекты сиктәрендә «Ҡаһармандар баҡсаһында» ойошторолған байрамдан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Һарайҫа ауылы халҡы ла бөтә ил күтәргән мәхнәтте татый. Бөйөк Ватан һуғышында 124 кеше ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән. Уларҙың 76-һы яу яланында ятып ҡалған, 48 генә тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Һарайҫалар олоһо-кесеһе Еңеү яулаған атай-олатайҙары хаҡындағы яҡты иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, тотош Ер шарындағы тыныслыҡ һөйәүсе кешеләрҙе берләштерһен өсөн күп көс һала, ветерандар хәтирәләрен барлай. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡасим Төхвәт улы Шәриповтың балалары йыл һайын Еңеү көнөндә байрам ойоштороп ауылдаштарын һалдат бутҡаһы менән һыйлай. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары исемдәрен дә күмәкләшеп былтыр 9 май Еңеү көнөндә мәңгеләштерергә ҡарар иткәндәр.

«Хәтер баҡсаһы»дағы мемориал алдында тиҫбе тартып, яугиҙарға доға ҡылып торған әсә һыны бар. Уның авторы Наил Ҡасимов. Һәүәҫкәр скульптор үҙ иңендә бөтмәҫ хәсрәттәр күргән әсә образы аша дәһшәтле һуғыш осоро ауырлыҡтарын сағылдырған.

Һарайҫалар «Хәтер баҡсаһы»н берҙәм көс менән төҙөгән. Сығыштары менән ошо ауылдан булып, төрлө ҡала-ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә изге эшкә дәррәү ҡушылған.

«Атайсал» проекты сиктәрендәге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм тыл ветерандары исемдәрен мәңгеләштереүҙәге изге эш Стәрлебеш районы хакимиәте тарафыынан да хуплау тапҡан.

Әлеге ваҡытта «Хәтер баҡсаһын» ың беренсе этабы ғәмәлгә ашырылған. Яҡын киләсәктә баҡса кәртәләп алынып, ағастар ултыртыласаҡ, комплексҡа мәрмәр плитәләр йәбештереү күҙаллана. Кесе Ватан - Атайсалға изге ғәмәлдәр эшләү, файҙа килтереү-тыуған ауылдан башлана, ти Һарайҫалар.

Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылы тарихында беренсе тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙары һәм тыл ветерандары исеме мәңгеләштерелде. Был стелала 250 кешенең исеме ташҡа баҫтырылған. «Атайсал» проекты сиктәрендәге изге эш илебеҙҙең төп байрамы Еңеү көнөндә тормошҡа ашырылыуы оло маҡтауға лайыҡ.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ