«Башнефтегеофизика» акционерҙар ойошмаһының «Сервис-Мастер» бүлендек предприятиеһы махсус хәрби операцияға «Урал» һәм «Уаз» машиналарын ебәрә. Ошо айҡанлы компания биләмәһендә тантаналы оҙатыу сараһы үтте. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Алғы һыҙыҡтағы ут нөктәләре өсөн көсәйтелгән кузовлы 3 берәмек «Урал» һәм ике «Уаз» машинаһы оҙон юлға сығырға әҙерләнә. Бронялы автомобилдәр яралыларҙы күсереү, пулемет һәм миномет расчеттары өсөн тәғәйенләнгән. Барлыҡ транспорт саралары модернизацияланған, двигатель, электрика, йөрөтөү механизмдары яҡшыртылған.
Техниканы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡарап сыҡты. Ул бер нисә көн элек республика етәксеһе Радий Хәбиров менән яугир яҡташтарыбыҙ менән осрашҡайны. Максим Васильевич һүҙҙәренсә, фронтта ышаныслы һәм ныҡлы тылдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Хәрби техниканан тыш, батырҙарыбыҙ хат һәм балалар һүрәттәренән көс ала. Окоп һәм блиндаждарҙа тыуған яҡтан ебәрелгән «сәләмдәрҙән» айырым мөйөш булдырған.
«Башнефтегеофизика» ойошмаһы үткән йылдың ноябренән алып яугирҙарыбыҙға барлығы 27 берәмек техника оҙатҡан. Шул иҫәптән ике «Уаз» автомобиле мобилизацияланған хеҙмәттәштәренә тәғәйенләнгән була. Хәрби транспорт сараларынан тыш, гуманитар ылау составында Луганск халыҡ республикаһындағы Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөткән 29-сы мәктәпкә «Паз» автобусын оҙатҡандар. Ул уҡытыусылар һәм уҡыусылар мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк.
Әле компания оҫтаханаларында тағы 3 «Урал» һәм 6 «Уаз» машинаһы ремонтлана.
Әлфинә Килдейәрова




