Дауалап булмаҫлыҡ сирле өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән республика хосписы 2019 йылда төҙөлә башланы. Бөтә төҙөлөш эштәре, материалдар хәйриәлек ярҙамында башҡарылған. Объектта БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.
Стенала айыуҙар һүрәте, телевизор, һыуытҡыс, кондиционер, уңайлы койка- паллиатив ярҙамға мохтаж кеше ошондай шарттарҙа йәшәйәсәк. Һәр бүлмә бер пациентлыҡ, кескәйҙәр яҡын кешеһе, туғаны менән тора ала. Стационар 60 кешегә иҫәпләнгән, уның 20-һе балаларға тәғәйенләнгән.
Төрлө ойошмалар, предприятиелар, медицина техникаһы, йыһаздар менән ярҙам итә. Балалар бүлегендә күпселеге йыйылған, хоспистың башҡа кабинеттарында был төр эште башҡарыу өсөн ир ҡулдары кәрәк, ти ирекмәндәр.
Учреждение биләмәһендә йәйәү йөрөү өсөн зона һәм балалар өсөн адаптив майҙансыҡ йыһазландырыла, һәр бүлмәнең урамға сығыу өсөн ишеге бар.
Быға тиклем республика ойошмаларынан коллективтар килеп өмәләрҙә ҡатнашҡан. Коридорҙа, аш әҙерләү бүлегендә төҙөүселәр һуңғы эштәрҙе теүәлләй.
Балалар һәм өлкәндәр өсөн бассейн бар. Уға коляскалағы кешене төшөрөү өсөн махсус ҡулайлама эленгән. Һыуҙа пациенттарҙы дауалау буйынса йөҙөү дәрестәре үтәсәк.
Республикала был беренсе хоспис, ә бындай күләмле вариантта - Рәсәйҙә хоспис өсөн проекттың тәүгеһе. Ул дәүләт- шәхси партнерлыҡ иҫәбенә булдырылған. Яңы объектта паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса уҡыуҙар уҙғарыу күҙаллана.
Башҡортостанда паллиатив ярҙамға мохтаж 23 мең өлкән кеше һәм 900 бала иҫәпләнә. Мәғлүмәт буйынса, уларға был төр хеҙмәт медицина учреждениеларында күрһәтелә.
Объектта ярҙам итергә теләүсе ирекмәндәр экранда күрһәтелгән һылтанма буйынса координаторҙар менән бәйләнешкә инә ала. Хосписты ойоштороусылар бер ниндәй ярҙамдан да баш тартмай, сөнки объектты быйыл июнь аҙағында асыу өсөн өлгөртөү бурысы тора.
Рәмилә Исмәғилева






