Төбәктә быйыл медиктар һәм педагогтарҙы әҙерләүгә йүнәлтелгән 4 мәғариф кластеры барлыҡҡа киләсәк

Шуларҙың береһен Бөрө медицина-фармацевтика колледжы базаһында ойоштороу ҡаралған. «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ сара республиканың бер нисә медицина һәм мәғариф учреждениеларын да берләштерәсәк. Ул кадрҙар әҙерләү һәм диплом алып сыҡҡан белгестәргә эшкә урынлашыуҙы яйға һалыр тип көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Бөрө колледжы студенттары бында дауаханаларға бармайынса ғына алған белемен нығыта ала. Урында бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Өҫтәүенә, ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп йыһазландырылған. Тик пациенттар урынына маникендар ятһа ла, улар роботлаштырылған. Күп осраҡта улар үҙҙәре лә пациент ролен башҡара.

Ошо маҡсатта былтыр колледж дауалау, фармацевтика йүнәлешендә уҡыу кабинеттарын оҫтаханалар итеп йыһазландырыуға өлгәште. Был мөмкинлек «Йәш һөнәрмәндәр» федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырылды. Яңы уҡыу йылынан йәнә бер программа сиктәрендә, был юлы ашығыс медицина ярҙамы, акушерлыҡ һәм гинекология кеүек йүнәлештәр яңыртыласаҡ.

Әле был эштең башы ғына, ти колледж етәкселеге. Ошо маҡсатта студенттар ялға китеү менән уҡыу йортонда күләмле ремонт эштәре үтәсәк.

Был яңылыҡ студенттарға ла, шулай уҡ медицина тармағында махсуслашҡан педагогтар өсөн дә яйлы булмаҡсы. Бөрө медицина-фармацевтика колледжында тыуҙырылған шарттар дауаханаларға эшләгән белгестәргә ҡабаттан белемен арттырыуға ла мөмкинлек бар. Мәғариф кластеры исеме аҫтында берләшәсәк федераль проектҡа йәмғеһе 14 ойошма ингән.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ