Башҡортостандан унынсы синыф уҡыусыһы химия буйынса Халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы

Башҡортостандан унынсы синыф уҡыусыһы Вадим Харисов химия буйынса Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында алтын миҙал яуланы. Ҡаҙағстанда уҙғарылған күләмле ярышта 21 илдең йәш химиктары ҡатнашҡан - барыһы ла милли олимпиада еңеүселәре. Иң көслөләр араһында беренсе урынға лайыҡ булған яҡташыбыҙҙың тәьҫораттары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡыҙыҡһынды.

Химия буйынса Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһы еңеүселәре иҫәбендә ун бер алтын миҙал! Уларҙың етәүһен - Рәсәй йыйылма командаһы вәкилдәре яуланы. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан Вадим Харисов та бар. Республика инженер лицей-интернаты базаһындағы Өфө дәүләт нефть техник университеты предуниверсарийында белем алған яҡташыбыҙ күләмле ярыштың өс этабын да уңышлы үткән.

Менделеев олимпиадаһы - химия буйынса уҙғарылған ярыштар араһында иң ҡатмарлыһы һанала. Бөтә Рәсәй, Бөтә Донъя олимпиадаларынан да күпкә ауырыраҡ. Уны уңышлы үтеү өсөн бик етди әҙерләнергә тура килде, күп китаптар уҡылды, мәсьәләләр сиселде. Алтын миҙал яулаусыларҙы бүләкләгәндә - фамилиямды ишеткәс ныҡ ҡыуандым. Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе.

Вадим Харисов, химия буйынса Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында 1-cе урын яулаусы

Вадим Харисов химияны өсөнсө йыл өйрәнә. Был фән буйынса ул башта Республика юниорҙар олимпиаһында беренсе урын алһа, артабан мәктәп уҡыусылары араһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ла ике тапҡыр еңеү яулаған. Йәш химикты күләмле ярыштарға Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы остаздары әҙерләгән. Берләшмә Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина тәжрибәһенә нигеҙләнеп эшләй. Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңеүсе тәрбиәләү - тотош республика өсөн оло ҡаҙаныш.

Вадим Харисовты химия буынса Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаға әҙерләүҙә «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге лә ҡатнашты. Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусылары, Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы остаздары менән берлектә ҙур эш алып барылды. Юғары ҡаҙаныштар артында оло хеҙмәт ята.

Олег Саргаев, «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге директоры

Республика инженер лицей-интернаты коллективы мәктәп уҡыусылары араһында көслөләрҙе билдәләп, уларҙың һәләттәрен үҫтереү йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләй.

Вадим Харисовты химия буйынса Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадала еңеү яулауы менән социаль селтәрҙә Радий Хәбиров та ҡотлағайны. Республика етәксеһе мәктәп уҡыусылары һәләттәрен үҫтереү буйынса уйланылған система юғары һөҙөмтә биреүен билдәләне. Әйткәндәй, йәш химик яҡташыбыҙ Бөтә донъя олимпиадаһында ла ҡатнашырға теләй. Быйыл күләмле ярыш Швейцарияла уҙа. Унда эләгер өсөн ил кимәлендә һайлап алыу этабын уңышлы үтеү мөһим. Һәләтле уҡыусы остаздары менән бергә белем тауына артылыуын дауам итә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ