Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан «Артемида» хужалығында ужым ашлыҡтары туҡландырылған, арпа, иген, көнбағыш, кукуруз ултыртылған. Хужалыҡтың дөйөм сәсеү майҙаны 2 мең гектарҙан ашыу. Былтыр предприятие тарихында уңыш күләме буйынса рекорд ҡуйылған. Аграрийҙар быйыл да мул уңыш йыйып алырға иҫәп тота. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрселәре яҙмаһында.
«Артемида» хужалығы эшсеһе химикаттарҙы һыуға ҡатыштыра. 20-ләп ҡатнашманан торған шыйыҡ ашлама баҫыуҙарҙы эшкәртеү өсөн әҙерләнә. Уның ярҙамында баҫыу культураларын зарарлы сирҙәрҙән һаҡларға, сүп-сар үҫеүен кәметергә мөмкин буласаҡ. Пестицид ҡатнашмаһы тиҙ арала тупраҡҡа һеңеп уңыш күләмен арттырырға булышлыҡ итә.
Алдынғы предприятиеларҙа ҡулланылған шыйыҡ ҡатнашманы тулы рәүештә тракторист-механизаторҙар баһалай. Быға тиклем улар ашламаны баҫыуҙа оҙаҡ ваҡыт сарыф итеп әҙерләргә мәжбүр булһа, әле аграрийҙар ҙур майҙанды тиҙ-тиҙ генә эшкәртеп сыға.
Хужалыҡ республикаға ғына түгел, башҡа төбәктәргә лә орлоҡ һата. Йылдам үҫешкән предприятиеға республиканан былтыр 250 млн һум дәүләт ярҙамы бүленгән. Был аҡсаға ферма төҙөлгөн, тракторҙар, уңышты эшкәртеү ҡоролмалары һатып алынған. Былтырғы рекорд уңышты иҫәпкә алып иген һаҡлағыстары төҙөлә башлаған.
Хужалыҡтың дөйөм сәсеү майҙаны 2 мең гектарҙан ашыу. Былтыр предприятие тарихында уңыш күләме буйынса рекорд ҡуйылған. Ярауай культуралары гектарынан 54 центнер, ужым культуралары 71 центнер урып алынған. Ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл да мул уңышҡа өмөтләнә.
Флорида Ким






