Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 10 процентҡа артҡан

Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция  сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Астанала халыҡ-ара машиналар төҙөү форумында ҡатнашты. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Ҡаҙағстанға беҙҙең республиканан химия сәнәғәте тауарҙары, металдар, ағас, аҙыҡ-түлек оҙатыла. Быйыл октябрҙә һәм ноябрҙә күрше дәүләткә бизнес сәфәр ойошторола. Ҡаҙағстан магазиндарында “Башҡортостанда эшләнгән” тигән тамға менән тауарҙар һатыу мәсьәләһе өйрәнелә. 

Фото №1 - Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 10 процентҡа артҡан
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ