Республиканан 15 ғалим Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә стажировка үткән

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған. «Был быйылғы халыҡ-ара эш сәфәрҙәренең тәүгеһе. Уны Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ойошторҙо. Сығымдар республика ҡаҙнаһынан бүленгән.

«Аграр тармаҡ белгестәре ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы технологиялар, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында яңы сорттар сығарыу ысулдары менән танышҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре ғәрәптәр менән молекуляр онкология өлкәһендә тикшеренеүҙәр уҙғарыу тураһында килешкән. Шулай уҡ көнсығыш телдәрен өйрәнеү буйынса ла халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытырға иҫәп тотабыҙ, тигән Радий Хәбиров.

«Беҙҙең маҡсат республиканы Рәсәйҙең фән үҙәгенә әйләндереү. Сит илдәрҙә тәжрибә туплау ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырырға һәм фәнни бәйләнештәрҙе киңәйтергә мөмкинлек бирә», — тигән Башҡортостан Башлығы.

Волна
Акции БСТ