Өфөнөң IT-белгестәре яңы нейроселтәр булдырған

Заманса модуль медицина тикшереүҙәренең һөҙөмтәләрен шәберәк һәм сифатлыраҡ алырға мөмкинлек бирә. Система төҙөлгән, бер нисә айҙан уны баш ҡаланың шәхси клиникаларының береһендә файҙаланыуға индермәкселәр. Башҡортостанда яһалма интеллект нигеҙендә эшләгән заманса уңайлыҡтар нисек ҡулланыла? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Экрандағы символдар артында мөһим мәғлүмәт һаҡлана. Системаға 80 меңдән ашыу пациенттың медицина тикшеренеү һөҙөмтәләре индерелгән. Уның нигеҙендә нейроселтәр анализдарҙы барлап, пациенттың һаулығы тураһында ҡарарҙы сығара. Модуль, әлбиттә, табип эшен алмаштыра алмай. Ул тик ярҙамсы ҡорал ғына.

Был система әле файҙаланыуға индерелмәгән. Ул әле тест үтеү этабында. Система 92 процентҡа теүәл мәғлүмәт еткерә, уның эшен камиллаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Һөҙөмтәләр ыңғай булғанда, ул июндә баш ҡала клиникаларының береһендә файҙаланыуға инер, тип ышанабыҙ.

Юнир Мөхөтдинов, Медицина компанияһы IT-белгесе

Яһалма интеллект нигеҙендә эшләгән системалар медицина белгестәре эшен ярайһы уҡ ябайлаштыра. Беренсенән, нейроселтәр пациент тураһында мәғлүмәтте кешенән шәберәк эшкәртә. Икенсенән, кеше факторына бәйле хаталар алдан кисектерелә. Шул уҡ ваҡытта диагноз ҡуйыу йәки башҡа мөһим эште башҡарыу белгес яуаплылығында ҡала.

Төбәк медицина университетында медицинаны һанлаштырыу буйынса туҡтауһыҙ эш алып барыла. Һуңғы ике йылда юғары уҡыу йорто клиникаһында үпкәләрҙә патологияларҙы билдәләү буйынса яһалма интеллект уңышлы файҙаланыла. Бигерәк тә ковид пандемияһы ваҡытында ул алыштырғыһыҙ ҡоралға әүерелә.

Заман менән бергә һанлы мөмкинлектәр ҙә арта. Яһалма интеллект табиптарҙы алмаштыра алырмы? Белгестәр әйтеүенсә, юҡ. Тәбиғи, хис-тойғоло аң яһалма зиһендән гел өҫтөн буласаҡ. Шуның өсөн ул яһалма ла инде.

Рзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ